Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 6:12 - Изге Яҙма

12 Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы, һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы, һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 6:12
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Алла уларға Үҙенең уғын атыр, Ҡапыл ғына яраланасаҡтар.


Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул, уға һыйынғандар – бәхетле.


Улар янынан китеүем булды, Йән һөйгәнемде мин таптым. Ҡосаҡлап алдым да ебәрмәнем; Уны әсәйем өйөнә, Мине тапҡан әсәм бүлмәһенә алып ҡайттым.


Ҡайһылары: ‘Мин – Раббыныҡы’, – тип әйтер; Икенселәр Яҡуп исеме менән аталыр; Берәүҙәре ҡулдарына: ‘Раббыныҡы’, – тип яҙыр ҙа Исраил исемен алыр“».


Бергә улар һуғыштағы ҡаһармандар һымаҡ, Дошмандарын урам балсығында һалып тапар. Раббы улар менән булған өсөн һуғышырҙар, Дошман һыбайлыларын оятҡа ҡалдырырҙар.


хәҡиҡәтте вәғәзләү, Алла ҡөҙрәте менән, уң һәм һул ҡулдарыбыҙҙағы тәҡүәлек ҡоралы менән дә,


Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә күндәм булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.


Ул дәүерҙә хеҙмәт иткән ҡаһинға килеп: «Раббы ант менән был ерҙе беҙгә бирергә ата-бабаларыбыҙға вәғәҙә иткән. Бөгөн мин Аллаң Раббыға шул ергә килгәнемде белдерәм», – тип әйт.


Һеҙ мин алып барған көрәште үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ, ишетеп тә тораһығыҙ һәм шулай уҡ көрәшәһегеҙ.


Йөрәктәрегеҙҙә Мәсих именлеге хакимлыҡ итһен. Һеҙ, бер тәндең ағзалары булып, тап ошо именлеккә саҡырылдығыҙ ҙа инде. Рәхмәтле булығыҙ!


Үҙ батшалығына һәм дан-шөһрәтенә саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.


Беҙ һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша Алла һеҙҙе Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең шөһрәтенә өлгәшеү өсөн саҡырҙы.


Тимоҫеус улым, һинең турала элек һөйләнгән пәйғәмбәрлек һүҙҙәре буйынса, үҙемдең әмеремде еткерәм: һин, уларға таянып, лайыҡлы көрәш алып бар,


иманыңды һәм саф намыҫыңды һаҡла, сөнки ҡайһы берәүҙәр, намыҫлылыҡтан баш тартып, имандарын һәләк итте.


Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма.


Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:


Шулай улар ысын тормошҡа өлгәшер өсөн киләсәккә ныҡлы нигеҙ булырлыҡ хазина туплар.


Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсихтә еткерелде.


Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә тапшыр.


Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;


Имандашыбыҙ Тимоҫеустың азат ителгәнен хәбәр итергә теләйем, ул тиҙҙән яныма килһә, һеҙҙе бергәләп күрербеҙ.


Сөнки беҙ – Мәсихтең арҡалаштары, тик баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торған хәлдә генә.


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән түгел, киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылғанһығыҙ һәм фатиха алырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Мәсих Үҙе беҙгә вәғәҙә иткән нәмә – мәңгелек тормош был.


Һөйөклөләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең уртаҡ ҡотҡарылыуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ, тип үтенеүҙе кәрәк таптым.


Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең.


Раббы бары тик исраилдарҙың яулап алыуҙа ҡатнашмаған быуындарын һуғыш һөнәренә өйрәтер өсөн түбәндәге ҡәүемдәрҙе ҡалдырғайны:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ