Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 5:5 - Изге Яҙма

5 Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 5:5
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡшылыр быларҙы һөйләү көйгә һалып, Ун ҡыллы арфа һәм лира сиртә-сиртә!


Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»


Шул ваҡыт эсеңдән генә: „Быларҙы минең өсөн кем тыуҙырҙы? Мин бит балаһыҙ ҡалғайным, түлһеҙ инем. Һөргөнгә ҡыуылдым, алыҫҡа быраҡтырылдым. Кем үҫтергән һуң уларҙы? Япа-яңғыҙ ҡалғайным бит, Ҡайҙан килгәндәр һуң улар?“ – тип әйтерһең».


Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!


«Бала тапмаған түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Ҡыуаныстан ҡысҡыр! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, Шатлыҡтан йырла! Сөнки ташланған ҡатындың балалары Ирле ҡатындыҡынан күберәк булыр, – ти Раббы, –


Юғарынан ут яуҙырҙы – Елегемә тиклем үтеп инде. Ау ташланы – аяҡтарым тышауланды; Мине кире боролорға мәжбүр итте. Мине көндәр буйы ғазап ҡосағында Япа-яңғыҙ торғоҙоп ҡалдырҙы.


Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:


Шулай икән, нисек Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырғандарҙы, Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаһын? Нисек Ул ярҙамын оҙаҡлатһын?


тол ҡалған, һәм әле ул һикһән дүрт йәштә ине. Ханна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт итте.


Беҙҙең ун ике ырыу, ул вәғәҙәнең тормошҡа ашыуына өмөт бағлап, көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Агриппас батша, йәһүдтәр мине шул өмөт өсөн ғәйепләй ҙә инде.


Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгәндә беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.


Петрус улар менән бергә Яфоға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып менделәр. Бөтә тол ҡатындар Петрус янына йыйылды, илай-илай уға Доркас тере сағында үҙе теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәтте.


Петрус, ҡулын һуҙып, уға торорға ярҙам итте. Тол ҡатындарҙы һәм бүтән иманлыларҙы саҡырып, терелгән Табиҫаны уларҙың ҡаршыһына баҫтырҙы.


Барлыҡ халыҡтар Уның исеме хаҡына Аллаға ышанһындар һәм буйһонһындар тип, беҙ Ғайса Мәсих аша мәрхәмәт алдыҡ һәм Уның илсеһе булдыҡ.


Ә мин һеҙҙең артыҡ мәшәҡәттәрһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем. Өйләнмәгән әҙәм, Раббыға ярарға тырышып, Уның эштәре хаҡында хәстәрлек күрә.


һәм ике яҡҡа өҙгөләнә. Ирһеҙ ҡатын йәки кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ, тәне менән дә, йәне менән дә изге булыу өсөн, Раббы эштәре тураһында хәстәрлек күрә. Ә кейәүгә сыҡҡан ҡатын, иренә ярарға тырышып, донъяуи мәшәҡәттәрҙе хәстәрләй.


Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ.


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Иң элек шуны үтенеп һорайым: барлыҡ кешеләр, шулай уҡ батшалар һәм барлыҡ хакимиәт кешеләре өсөн дә Алла алдында доға ҡылығыҙ, һорағыҙ, ялбарығыҙ һәм рәхмәт белдерегеҙ. Беҙҙең һәр яҡлап Аллаға ихтирамлы һәм кешеләргә тейешенсә мөнәсәбәттә булып, имен һәм тыныс ғүмер итеүебеҙ өсөн шулай итегеҙ.


Әгәр ҙә берәй иманлы ҡатындың тол туғаны бар икән, уға ҡарата үҙе хәстәрлек күрһен. Имандаштар берҙәмлегенә көс төшөрмәһен, сөнки берҙәмлек ысын тол ҡатындарға ғына ярҙам итергә тейеш.


Ысын тол ҡатындар тураһында хәстәрлек күр.


Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә төшөргәндә, ата-бабаларым кеүек саф выждан менән үҙем дә хеҙмәт иткән Аллаға рәхмәт әйтәм.


Элекке заманда Аллаға өмөт бағлаған изге ҡатындар ҙа үҙҙәрен шулай биҙәгән, ирҙәренә буйһонған.


Ҡылған игелегең өсөн Раббы һиңә рәхмәтен бирһен! Исраил Аллаһы Раббының ҡанаты аҫтына һыйынырға тип килгән һине Раббы Үҙе бүләкләһен, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ