Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 5:22 - Изге Яҙма

22 Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

22 Кешеләргә ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 5:22
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡорбан салыр инем – теләмәйһең, Тотош яндырыу ҡорбандарын хушһынмайһың.


Ураҙа тотҡандан һәм доға ҡылғандан һуң, Барнабас менән Шаулдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр.


Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


Шуға күрә бөгөн һеҙгә иғлан итәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ.


уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр, доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы.


Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.


Уларҙы ла башта һынап ҡараһындар, шунан ғына, әгәр тел тейҙермәҫлек булһалар, хеҙмәт итһендәр.


Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш,


Етәксе, әреләнеп китеп, Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел.


Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул.


Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма.


Шуға күрә хәтереңә төшөрәм: өҫтөңә ҡулдарымды ҡуйған саҡта үҙеңә Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер.


Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә тапшыр.


Исраилдар уларҙың юлға алған ризыҡтарын ҡаранылар, ә Раббынан һорап торманылар.


Сәләмләгән кеше уның яуыз эштәренә ҡушылған булыр.


Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем: – Халҡым минең, Бабилдың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн, унан сыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ