Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 5:21 - Изге Яҙма

21 Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында һинән үтенеп һорайым: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

21 Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында шуны ҡушам: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, шулай уҡ бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында һинән үтенеп һорайым: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 5:21
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яуызды яҡлашыу, ғәйепһеҙҙе хаҡ хөкөмдән мәхрүм итеү – енәйәт.


Соҡоп алынған таштар урынына башҡа таштар ҡуйһындар һәм, яңы иҙмә алып, өйҙө ҡабат һылаһындар.


Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит.


Шуның өсөн Мин бөтә халыҡ алдында һеҙҙе меҫкен итәм, кәмһетәм, сөнки һеҙ Минең юлымдан ситләштегеҙ, ҡанунға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ике йөҙлөлөк күрһәтәһегеҙ.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Шуның өсөн улар Ғайсанан: – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләргә айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.


Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡып торған шөһрәте эсендә килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан оялыр.


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


Йыйынығыҙ ҙа юлға сығығыҙ. Әмөриҙәр йәшәгән тауҙарға, уларҙың күршеләренә – Ғарава тигеҙлегенә, тауҙарға, Шефелаға, Негевҡа һәм диңгеҙ буйҙарына, Ҡәнғән еренә һәм Ливанға, бөйөк Евфрат йылғаһына тиклем етегеҙ.


Ул атаһы менән әсәһе хаҡында: «Мин улар хаҡында уйламайым», – тине. Туғандарын таныманы, балаларын белмәне, Әммә Һинең һүҙҙәреңде тотто, Һинең менән килешеүҙе һаҡланы.


Раббы исеме менән талап итәм: был хатты барлыҡ имандаштарға ла уҡығыҙ.


Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:


Быларҙы бөтә кешеләрҙең дә иҫенә төшөр һәм, һүҙ бәхәсенә инмәһендәр өсөн, Алла алдында иҫкәрт, сөнки бәхәстәрҙең бер файҙаһы ла юҡ, улар тыңлаусыларҙы һәләкәткә илтә.


Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән үтенеп һорайым:


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.


Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.


Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.


Алланың нәфрәт туҫтағында әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ