Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 3:21 - Изге Яҙма

21 Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

21 Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә саф выждан тураһында Аллаға үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 3:21
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул көндө, Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн, бер шишмә урғылып сығыр.


Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмағандар хөкөм ителәсәк.


– Хакимым! – тине Шимғон Петрус. – Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыу!


Шул уҡ төнгө бер сәғәттә төрмә ҡарауылсыһы уларҙың йәрәхәттәрен йыуҙы, үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне.


– Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Һуҙылма! Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр».


Шулай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу янына килеп етте. – Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәши.


Шуға ҡарамаҫтан, Әҙәмдән алып Муса пәйғәмбәр ваҡытына тиклем дә, Әҙәмдең ғәйебе һымаҡ гонаһ ҡылмаған кешеләр өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән. Ниндәйҙер кимәлдә, Әҙәм һуңынан килгән Мәсихкә оҡшаған.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


Имандаштар, мин быларҙы үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.


Сумдырылыу йолаһын үткән барығыҙ ҙа Мәсихкә кейендегеҙ, тип әйтеп була.


Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.


Һыуға сумдырылған саҡта Уның менән бергә күмелдегеҙ һәм, Уны үленән терелткән Алланың ҡөҙрәтенә ышаныу арҡаһында, Уның менән бергә терелдегеҙ.


Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа выждандан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.


Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы, һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың.


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Ибраһим, Алла хатта үленән терелтергә һәләтле, тип һананы һәм Исхаҡты үлгәндән һуң кире ҡайтарып алды, тиһәң дә була.


Беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ. Беҙ намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ, сөнки һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай.


әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм Мәсихтәге тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ