Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 3:15 - Изге Яҙма

15 Йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хаким итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап иткән һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Әммә йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хужа итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап итеүсе һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хаким итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап иткән һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 3:15
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тоғро йөрәк уйлап яуап бирер, яуыздың теленән ағыу тамыр.


«Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, – Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар.


Үҙ янында балаларын – Минең ижад емешемде күргәс, Исемемде изге тип хөрмәтләр, Эйе, Яҡуп Изгеһенең изгелеген таныр, Исраилдың Аллаһы алдында ҡалтырап торор.


«Дәғүәгеҙҙе әйтегеҙ, – ти Раббы. – Дәлилдәрегеҙҙе килтерегеҙ, – ти Яҡуптың Батшаһы. –


Ә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ғәҙеллеге менән ҙурланыр, Мөҡәддәс Алла хаҡ хөкөмө менән Үҙенең изгелеген күрһәтер.


– Был халыҡтың йәшерен эш тигәнен Һеҙ йәшерен һанамағыҙ. Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ, тетрәнмәгеҙ.


Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Миңә етерлек кимәлдә ышанмағанығыҙ һәм исраилдар алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламағанығыҙ өсөн, был халыҡты һеҙ Мин уларға бирәсәк ергә алып инмәйәсәкһегеҙ.


Сөнки һеҙ икегеҙ ҙә Цин сүлендә, халыҡ Миңә ҡаршы сыҡҡанда, Мин әйткәнде тыңламанығыҙ, уларҙың күҙ алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ. Был Цин сүлендәге Мерива-Ҡадеш һыуҙары янында булғайны.


– Мин – йәһүд, Киликия өлкәһендәге арыу уҡ танылған Тарсос ҡалаһынан. Үтенәм, халыҡҡа һөйләргә рөхсәт ит, – тине Паулус уға.


Паулус тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә, Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, уңайы сыҡҡанда һине саҡырырмын, – тине ул.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Паулус, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Алла уларға был серҙең ни тиклем бай һәм бөйөк булыуын бөтә халыҡтар араһында белдерергә теләне. Сер шунда: Мәсих – һеҙҙә, Ул – Алла шөһрәтен уртаҡлашыуға өмөтөгөҙ!


Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ күктәрҙә һеҙгә әҙерләнгән өмөтөгөҙгә нигеҙләнгән. Ул өмөт хаҡында һеҙ быға тиклем хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ.


Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс, тоҙ һалынған булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ.


Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Улан булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Шуға күрә Мәсих тәғлимәтенең башланғыс өлөшөн ҡалдырып, камилырағына күсәйек. Үлемгә килтереүсе эштәрҙән тәүбә итеүгә, Аллаға инаныуға, шулай уҡ һыуға сумдырыу йолаларын өйрәтеү, фатихалап баштарына ҡулдарын ҡуйыу, үлгәндәрҙең терелеүе һәм мәңгелек хөкөм тураһындағы тәғлимәткә яңынан нигеҙ һалмайыҡ.


Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.


ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холоҡтоң һулымаҫ эске матурлығында булһын. Алла алдында бына шул ҡиммәтле.


Хәҙер иһә хозурыма баҫығыҙ. Раббының һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға ҡылған барлыҡ яҡшылыҡтарын бәйән итеп, мин һеҙгә Раббы алдында хөкөм ҡылам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ