Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 6:13 - Изге Яҙма

13 Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән – фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә – тән өсөн.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә тән өсөн.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән – фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә – тән өсөн.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 6:13
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Ауыҙға ингән нәмәнең ҡарынға үтеүе, ә унан тышҡа сығарып ташланыуы аңлашылмаймы ни?


Кешене ана шулар бысрата, ә йыуылмаған ҡул менән ашау түгел.


Был нәмәләр уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булғанын белдерҙе.)


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.


Ата-бабаларығыҙ сүлдә майҙә ашаған, шуға ҡарамаҫтан, үлделәр.


Шуға һеҙҙән, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына үтенәм: үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе Аллаға хуш килерлек тере изге ҡорбан итеп бирегеҙ. Был һеҙҙең Аллаға ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр.


Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән тәҡүәлек, именлек һәм шатлыҡтан тора.


Шуға күрә, үлемле тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ нәфсегә буйһонмаҫһығыҙ.


Һеҙҙең менән дә шулай, имандаштарым. Һеҙ Башҡаға, йәғни үленән терелтелгән икенсе Берәүгә тәғәйен булыр өсөн Мәсихтең үлеме аша ҡанун өсөн үлдегеҙ. Ошо арҡала беҙ уңышты Аллаға килтерә алабыҙ.


Һеҙ үҙегеҙҙең Алла йорто булыуығыҙҙы һәм һеҙҙә Алла Рухы йәшәүен белмәйһегеҙме ни?


Һеҙ тәндәрегеҙҙең Мәсих тәне ағзалары икәнен белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин, Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ!


Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ инде үҙегеҙгә тәғәйен түгел. Быны белмәйһегеҙме ни?


Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем.


Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде.


Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.


сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең башы булған кеүек, ир – ҡатынының башы, Мәсих иһә – Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ