Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 2:12 - Изге Яҙма

12 Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен аңлау өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен танып белеү өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен аңлау өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 2:12
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ,


Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?


Әммә Алла, аҡыллыларҙы һәм көслөләрҙе оятҡа ҡалдырыр өсөн, донъяла ахмаҡ һәм көсһөҙ тип һаналғандарҙы һайлап алды.


Ә аҡылды беҙ рухи яҡтан өлгөрөп еткән иманлылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Паулус булһынмы, Аполлос, Кефас йә донъямы, йәшәүме әллә үлемме, хәҙергеме йәиһә киләсәкме – бөтөнөһө лә һеҙҙеке.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томалаған һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың һыны булған Мәсихтең балҡышлы шөһрәтен күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең нурын күрмәйҙәр.


һәм элек ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы яуыз көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға буйһонмаған кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


Әллә Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү менән ашҡынып ярата», – тип юҡҡа әйтелгән тип уйлайһығыҙмы?


Һеҙҙе иһә Изге Зат мәсехләгән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.


Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Алла, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ