Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 16:6 - Изге Яҙма

6 Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта һеҙҙә ҡышлармын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта ҡышты ла һеҙҙә сығырмын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта һеҙҙә ҡышлармын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 16:6
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.


Паулусты оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Паулус улар аша Силасҡа һәм Тимоҫеусҡа мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты.


Бигерәк тә уның «мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Шунан уны карапҡаса оҙата барҙылар.


Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.


Гавань ҡыш сығырға яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Фойникс гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.


Мальта утрауында өс ай торғас, Искәндәриә ҡалаһынан килеп, ошо утрауҙа ҡышлаған Күк игеҙәктәре исемендәге карапҡа ултырып юлға сыҡтыҡ.


Испанияға китеп барышлай һеҙгә лә һуғылырға йыйынам. Һеҙҙең менән аралашыуҙан бер ни тиклем ләззәт алғандан һуң, миңә унда тиклем барып етергә ярҙам итерһегеҙ, тип өмөтләнәм.


Шуның өсөн бер кем дә уға кәмһетеп ҡарамаһын, минең яныма әйләнеп ҡайта алһын өсөн, юлға именлек менән оҙатығыҙ. Уны мин имандаштар менән бергә көтәм.


Һеҙҙең аша – Македония өлкәһенә, Македониянан тағы һеҙгә килергә һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йәһүҙиәгә барырға ниәтләнгәйнем.


Һинең яныңа Артемасты йәки Тухикусты ебәргәс, үҙең минең эргәмә Никополисҡа килергә ашыҡ, ҡышты мин унда үткәрәсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ