Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 16:19 - Изге Яҙма

19 Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акулас менән Прискилла йортонда йыйылған берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акила менән Прискилла йорттарындағы берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акулас менән Прискилла йортонда йыйылған берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 16:19
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Паулус һәм уның юлдаштары Фругия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларға Алла һүҙен Асия өлкәһендә һөйләргә рөхсәт итмәне.


Паулус, Коринҫоста байтаҡ ваҡыт уҙғарғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акулас та уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Паулус Кәнхреайҙа сәсен алдырҙы.


Ул унда сығышы менән Понтос өлкәһенән булған Акулас атлы бер йәһүдте осратты. Клаудиус ҡайсар бөтөн йәһүдтәргә Римдан китергә әмер биргәнлектән, ул ҡатыны Прискилла менән күптән түгел Италиянан килгәйне. Паулус уларҙың хәлен белергә барҙы.


Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акулас, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар.


Ошо рәүешле ике йыл дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәгән бөтә йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте.


Арабыҙҙа Пәрҫиә, Мадай, Ғелам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадукияла, Понтоста, Асия өлкәһендә,


Филологус менән Йүлиәгә, Нәриус менән уның һеңлеһенә, Олумпасҡа һәм улар менән бергә булған бөтөн изгеләргә сәләм.


Лаодикеялағы имандаштарыбыҙға, шулай уҡ Нумфаға, уның өйөндә йыйыла торған берҙәмлеккә лә сәләм әйтегеҙ.


Прискилла менән Акуласҡа һәм Онесифоростар ғаиләһенә сәләмемде тапшыр.


Ғайса Мәсихтең илсеһе Петрустан Понтоста, Галатияла, Каппадукияла, Асия һәм Биҫуния өлкәләрендә килмешәк булып таралып йәшәгән һайлап алынғандарға сәләм!


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Эфесҡа ла, Смурнаға ла, Пергамға ла, Түәтейраға ла, Сардисҡа ла, Филаделфеяға ла, Лаодикеяға ла, – тине ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ