Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 15:32 - Изге Яҙма

32 Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Эфеста йыртҡыстар менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «иртәгә барыбер үләбеҙ, ашап-эсеп ҡалайыҡ!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

32 Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Ефеста «йыртҡыстар» менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Эфеста йыртҡыстар менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «иртәгә барыбер үләбеҙ, ашап-эсеп ҡалайыҡ!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 15:32
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

„Гонаһ ҡылмауымдан ни файҙа ла ниндәй йөй?“ – тип һораһаң,


Һин ҡөҙрәтең менән диңгеҙҙе уртаға бүлдең, Һыуҙарҙағы ғифриттәрҙең башын иҙҙең.


Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.


Кеше өсөн ашап-эсеү һәм үҙ хеҙмәте менән күңелен зауыҡландырыуҙан да хозурыраҡ нәмә юҡ. Мин шуны аңланым: был – Алла тарафынан кешегә бирелгән бер йыуаныс.


Ә һеҙ кәйеф-сафа ҡорҙоғоҙ. «Иртәгә барыбер үләбеҙ, Ашап-эсеп ҡалайыҡ», – тип, Башмаҡ һуйҙығыҙ, һарыҡ салдығыҙ, Ит ашап, шарап эстегеҙ.


Бер-береһенә әйтәләр: «Килегеҙ, шарап ҡуйырмын, Туйғансы хәмер эсәйек! Иртәгәһе көн дә бөгөнгөләй үтер, Хатта бынан да яҡшыраҡ булыр!»


Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен».


Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, үҙен юғалтһа йәки үҙен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа?


Эфесҡа килеп еткәс, Паулус юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы.


Улар менән һаубуллашып: – Алла ихтыярында булһа, тағы килермен, – тине. Бынан һуң ул һыу юлы менән Эфестан китте.


Аполлос Коринҫоста саҡта, Паулус, илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Эфесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты һәм уларҙан:


Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтөп әйтәм.)


Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер уны изгелеккә илтеүсе тәҡүәлеккә ҡол итеп тапшырығыҙ.


Эфеста Илленсе көн байрамына тиклем ҡалырмын,


Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай.


Был ялған өйрәтеүселәр иһә үҙҙәре белмәгәнде хурлай. Улар – тәбиғи теләктәренә буйһоноп йәшәгән һәм фәҡәт аулау һәм үлтереү өсөн генә тыуған аңһыҙ хайуандар һымаҡ. Хайуандар нисек үлтерелгән, был ялған өйрәтеүселәр ҙә шулай һәләк ителәсәк.


Был әҙәмдәр иһә үҙҙәре лә белмәгән нәмәләргә яла яға. Бына шулай аңһыҙ хайуандар кеүек тәбиғи тойғоға ғына эйәреп эш итеүҙәре уларҙы һәләк итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ