Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 12:18 - Изге Яҙма

18 Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

18 Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 12:18
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.


Ерҙе даръя һыуҙары өҫтөнә йәйгән, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.


Шул саҡ улар Раббыны саҡырып: – Йә Раббы, ялбарабыҙ Һиңә! Ошо әҙәмдең йәне өсөн һәләк булмаһаҡ ине! Ғәйепһеҙҙең ҡаны беҙҙең өҫтөбөҙҙә булмаһын! Һин бит – Раббы, нисек теләйһең, шулай эшләйһең, – тине.


Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тине: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам! Эйе, Атам, был Һинең игелекле ихтыярың ине!


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман күләменән сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Алланың мәрхәмәте буйынса алған рухи бүләктәребеҙ төрлө, шулай булғас, кемгәлер пәйғәмбәрлек итеү һәләте бирелгән икән, уны ышанысы буйынса файҙаланһын.


Быларҙың барыһын да һәр кемгә бүләкте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара.


Әгәр бөтөн тән тик күҙҙән генә торһа, нисек ишетә алыр ине? Тотош ҡолаҡтан ғына торһа ла, еҫ һиҙеү тойғоһо ҡайҙан булыр ине?


Әгәр бөтөнөһө бер генә ағза булһа, тән ҡайҙа булыр ине һуң?


Килешле ағзаларыбыҙҙың иһә быға ихтыяжы юҡ. Әммә, тәндә бүленеш булмаһын һәм бөтә ағзалар бер-береһе тураһында бер үк кимәлдә хәстәрлек күрһен өсөн, тәндә етешмәгән ағзаларға күберәк хөрмәт күрһәтеп, Алла ағзаларҙы үҙ-ара шулай тоташтырҙы.


Алла Үҙ берҙәмлегендә, беренсенән, илселәр, икенсенән, пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөнән, өйрәтеүселәр ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.


Ә инде Алла уға Үҙе һайлаған тәнде, һәр орлоҡҡа үҙ тәнен бирә.


Кем ул Аполлос? Кем ул Паулус? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ.


Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның изге ихтыяры һәм маҡсаты.


Ул, Мәсихтә тормошҡа ашырырға ҡарар иткән изге ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.


– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ