Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 10:6 - Изге Яҙма

6 Улар менән булған хәлдәр – беҙҙең өсөн иҫкәртеү: беҙ, уларҙан айырмалы, яуызлыҡҡа әүәҫ булырға тейеш түгелбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Улар менән булған хәлдәр – беҙҙең өсөн иҫкәртеү: беҙ, уларҙан айырмалы рәүештә, яуызлыҡҡа һәүәҫ булырға тейеш түгелбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Улар менән булған хәлдәр – беҙҙең өсөн иҫкәртеү: беҙ, уларҙан айырмалы, яуызлыҡҡа әүәҫ булырға тейеш түгелбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 10:6
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраилдар араһындағы төрлө милләт кешеләре аш төрләндереүҙе талап итә башланы, улар артынан Исраил халҡы ла һыҡтарға тотондо: – Әле ит ашаһаң икән! – тинеләр. –


Шуға ҡарамаҫтан, Әҙәмдән алып Муса пәйғәмбәр ваҡытына тиклем дә, Әҙәмдең ғәйебе һымаҡ гонаһ ҡылмаған кешеләр өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән. Ниндәйҙер кимәлдә, Әҙәм һуңынан килгән Мәсихкә оҡшаған.


Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған.


Шулай икән, Уның тыныс-имен урынына инергә бөтә тырышлығыбыҙҙы һалайыҡ. Буйһонмағандарҙың өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын.


Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


Шулай итеп Содом, Ғамора ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булырын һабаҡ рәүешендә киҫәткән.


Ошо фәрештәләр кеүек, фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Ғамора һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ