Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 1:9 - Изге Яҙма

9 Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

9 Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән һеҙҙең арағыҙҙа аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 1:9
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡыуалармын яҡынына йәшерен яла яҡҡанды, Түҙеп тормам тәкәббергә, өҫтән аҫҡа баҡҡанға.


Дөрөҫлөк уның билендә билбау булыр, Тоғролоҡ булыр билендәге ҡайышы.


Йә Раббы! Һин – Аллам минең! Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым, Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде Ифрат тоғролоҡ менән ғәмәлгә ашырҙың.


Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Бөтәһе бер булһын, Һин – Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын.


Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.


Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы аҡлаған. Аҡланғандарға Ул дан-шөһрәт биргән.


Әлеге «шәфҡәт көршәктәре» – беҙ, Алла беҙҙе йәһүдтәрҙән генә түгел, йәһүд булмағандарҙан да саҡырҙы.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ.


Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.


Беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр туҫтағынан эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтәбеҙҙең дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?


Алла тоғролоғо хаҡ булған кеүек, һеҙгә тәүҙә «эйе», аҙаҡ «юҡ» тип әйтмәйбеҙ.


Әммә әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миңә күрһәтеп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн саҡырып алған. Тик мин бер кеше менән дә кәңәшләшмәйенсә


Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.


Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар – бер тәндең ағзалары, вариҫтар һымаҡ, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар.


Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.


Шулай итеп, Аллаң Раббының берҙән-бер Алла икәнен бел. Ул – тоғро Алла. Ул Үҙенең килешеүенә тоғро ҡалып, Үҙен яратҡандарға, Уның бойороҡтарын теүәл үтәгәндәргә меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтен күрһәтә.


Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


Үҙ батшалығына һәм дан-шөһрәтенә саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.


Беҙ һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша Алла һеҙҙе Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең шөһрәтенә өлгәшеү өсөн саҡырҙы.


Ә Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар.


Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсихтә еткерелде.


Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та, Ул тоғро булып ҡалыр, сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, – тигән һүҙҙәр хаҡ.


Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.


Беҙгә өмөт биргән иманды тотоуыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.


Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана.


Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ.


Сөнки беҙ – Мәсихтең арҡалаштары, тик баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торған хәлдә генә.


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Һеҙ ҙә беҙҙең менән тығыҙ аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Атабыҙ Алла һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


Беҙ – Аллала, Алланың беҙҙә булғанын Уның беҙгә биргән Рухынан беләбеҙ.


Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ