Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 1:17 - Изге Яҙма

17 Ғайса Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе. Мәсих арҡысағының әһәмиәте юғалмаһын өсөн, вәғәзләгәндә хикмәтле һүҙҙәр ҡулланмайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Ғайса Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе. Вәғәзләгәндә, Мәсих арҡысағының әһәмиәте юғалмаһын өсөн, зирәк һүҙҙәр ҡулланырға тейеш түгелмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Ғайса Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе. Мәсих арҡысағының әһәмиәте юғалмаһын өсөн, вәғәзләгәндә хикмәтле һүҙҙәр ҡулланмайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 1:17
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Фарисейҙар Ғайсаның Яхъяға ҡарағанда күберәк шәкерттәр йыйғаны һәм уларҙы һыуға сумдырғаны тураһында ишетте


(ысынында Ғайса Үҙе түгел, ә шәкерттәре һыуға сумдыра ине).


Шулай итеп, Петрус уларҙы Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырырға ҡушты. Һуңынан улар Петрустан үҙҙәре янында бер нисә көнгә ҡалыуын һоранылар.


Имандаштар, Алланың серен вәғәзләү өсөн янығыҙға килгәндә, мин матур һүҙҙәр һөйләргә һәм аҡылымды күрһәтергә уйламаным.


Шуға ла был турала кеше аҡылы өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән һөйләйбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Кемдер: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», – ти.


Һөйләргә оҫта булмаһам да, белемгә эйәмен. Беҙ быны һеҙгә бар нәмәлә һәм бөтә яҡлап күрһәттек.


Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ