Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 1:12 - Изге Яҙма

12 Арағыҙҙағы «мин – Паулустыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кефастыҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Арағыҙҙағы «Мин – Павелдыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кифаныҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Арағыҙҙағы «мин – Паулустыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кефастыҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 1:12
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил халҡы икегә бүленде. Халыҡтың яртыһы Гинаҫ улы Тивниҙы батша итеп ҡуйыу яғында ине, яртыһы Ғомриҙы яҡланы.


Ә һеҙ үҙегеҙҙе «остаз» тип атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, ә һеҙ – бер-берегеҙгә туған.


Ул Шимғонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Шимғонға текләп ҡарап: – Һин Яхъя улы Шимғонһың, әммә Кефас тип аталырһың, – тине. Кефас һәм Петрус «ҡая» тигәнде аңлата.


Эфесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған, сәсән телле һәм Яҙманы бик яҡшы белгән Аполлос исемле бер йәһүд килде.


Аполлос Коринҫоста саҡта, Паулус, илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Эфесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты һәм уларҙан:


Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоа йортондағыларҙан белдем.


тәүҙә Кефасҡа, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде.


Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: тәндән һәм ҡандан торғандар Алла батшалығына эйә була алмаҫ, һәм фани булғандар мәңге үлмәй торған була алмаҫ.


Имандашыбыҙ Аполлосҡа килгәндә, мин уның имандаштар менән бергә һеҙгә барыуын ныҡ үтендем, әммә әлегә янығыҙға барырға һис тә теләге юҡ, шулай ҙа уңайы сығыу менән барып етер.


Имандаштар, мин быларҙы үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ.


Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар – ҡатынһыҙ кеүек,


Йә башҡа илселәр, Раббының ҡустылары һәм Кефас кеүек, иман юлындағы ҡатыныбыҙҙы сәйәхәткә алырға хаҡыбыҙ юҡмы?


Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә Мәсихтеке.


Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: наҡыҫ сәскән кеше уңышты аҙ алыр, ә мул сәскән күп алыр.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Шуны әйтергә теләйем: боронғо заманда уҡ Алла тарафынан Ибраһим менән төҙөп раҫланған килешеүҙе дүрт йөҙ утыҙ йылдан һуң сыҡҡан ҡанун ғәмәлдән сығара ла, вәғәҙәне кире ала ла алмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ