Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Фессалоникаларға 5:9 - Изге Яҙма

9 Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

9 Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Фессалоникаларға 5:9
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең хаҡтағы ҡарарын бойомға ашырыр, Ундай ниәттәре Уның күптер.


Ләкин, һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине иҫән ҡалдырҙым.


Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан, хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар.


Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.


Зәбүр китабында: «Торлағы бушап ҡалһын, эсендә бер кем дә йәшәмәһен», һәм: «Уның вазифаһын башҡа берәү биләһен», – тип яҙылған бит.


Йәһүд булмағандар был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде.


Ҡасандыр һеҙ Аллаға буйһонмай инегеҙ, ә хәҙер, Исраил халҡының буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ.


Ни тиергә һуң? Исраил халҡы теләгәненә ирешмәне. Бары тик һайланғандар был маҡсатҡа иреште, ҡалғандарының йөрәктәре таш булды.


Шуға ла, Мәсихкә инанып мәңгелек тормош аласаҡ кешеләр өсөн иң сағыу өлгө булһын тип, миңә шәфҡәт бирелде һәм Ғайса Мәсихтең бөйөк сабырлығы миндә күрһәтелде.


Шуға ла Алла тарафынан һайлап алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсихтәге ҡотолоуға мәңгелек дан менән бергә ирешһендәр өсөн, барыһына ла түҙәм.


Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә күрһәтелде.


Ул – кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.


Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм илсеһе Шимғон Петрустан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иманды ҡабул иткәндәргә:


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


Арағыҙға аҫтыртын ғына ҡайһы бер аллаһыҙ әҙәмдәр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән әйтелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ