25 Имандаштар, беҙҙең хаҡҡа доға ҡылығыҙ.
Имандаштарым, беҙ бер-беребеҙгә Изге Рухтан килгән һөйөү менән бәйләнгәнбеҙ, шуға күрә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих хаҡына саҡырам: минең менән бергә көрәшеп, минең өсөн Аллаға доға ҡылығыҙ.
тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәр, доғаларына яуап итеп, беҙгә мәрхәмәтле булғаны өсөн, Аллаға рәхмәт уҡыр.
сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән мине ҡотолоуға илтер.
Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын.
Шулай уҡ үтенәм, минең өсөн бер бүлмә әҙерләп ҡуй, сөнки, доғаларығыҙға яуап итеп, Алла һеҙгә ҡайтыуымды бүләк итер тип өмөтләнәм.