19 Изге Рухты томаламағыҙ.
Раббы әйтте: – Минең рухым кешелә мәңгелеккә ҡалмаясаҡ, сөнки кеше үлемле. Уның ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл булыр.
Һин күп йылдар буйына уларға түҙҙең. Пәйғәмбәрҙәрең ярҙамында Үҙеңдең рухың менән уларҙы өгөтләнең, әммә улар тыңламаны. Һин уларҙы сит халыҡтар ҡулына бирҙең.
Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн Һиңә мәңге рәхмәт яуҙырырмын, Тоғроларың алдында исемеңә өмөт бағлармын, Сөнки Һин – игелек сығанағы.
Һөйөүҙе ташҡындар һүндерә алмай, Йылғалар уны йыуып китә алмай. Әгәр берәү һөйөү өсөн Өйөндәге бөтә байлығын бирһә лә, Тик оятҡа ғына ҡалыр ине.
Әммә улар баш күтәреп Уның Изге Рухын рәнйеттеләр. Шуға күрә Ул уларға дошман булды, Уларға ҡаршы һуғышты.
– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.
Әгәр йыйылышта ултырғандар араһындағы берәйһенә асылыш килһә, беренсе һөйләүсе уға һүҙ әйтергә мөмкинлек бирһен.
Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе.
Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ.
Пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ.
Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма.
Шуға күрә хәтереңә төшөрәм: өҫтөңә ҡулдарымды ҡуйған саҡта үҙеңә Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер.
Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар.