Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Фессалоникаларға 4:5 - Изге Яҙма

5 Алланы танымаған мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Алланы белмәгән мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Алланы танымаған мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Фессалоникаларға 4:5
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларға икмәк урынына күҙ йәше бирҙең, Туҫтаҡ тулы әсе йәш эсерҙең.


Асыуыңды Һине танымаған ҡәүемдәргә, Исемең менән саҡырмаған ҡәбиләләргә түк. Сөнки улар Яҡуп нәҫеленең башын ашаны, Уны тотош йоттолар, юҡ иттеләр, Төйәктәрен пыран-заран килтерҙеләр.


Был хаҡта мәжүсиҙәр баш ҡатыра. Ә күктәге Атағыҙ быларҙың барыһына ла мохтаж икәнегеҙҙе белә.


Ул турала был донъя кешеләре баш ҡатыра. Ә Атағыҙ һеҙҙең был нәмәләргә мохтаж икәнегеҙҙе белә.


Изге ҡоролмаларығыҙҙы ҡарап йөрөгәндә «Билдәһеҙ аллаға» тип яҙылған ҡорбан усағын да күрҙем. Ошо үҙегеҙ ҙә белмәгән, ләкин Уға табынған Алла тураһында һеҙгә вәғәзләйем дә инде.


Шуның өсөн дә Алла кешеләрҙе үҙҙәренең аҙғын һәм бысраҡ теләктәре ҡарамағына ҡалдырҙы һәм улар бер-береһе менән үҙҙәренең тәнен мәсхәрә итә башланы.


Шул сәбәпле Алла кешеләрҙе хурлыҡлы нәфселәренә тапшырҙы: ҡатындар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы.


Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.


Алла Үҙенең зирәк аҡылы менән билдәләгәнсә, донъя үҙ аңы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы күрҙе.


Тейешенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.


Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, ысынында алла булмаған ялған илаһтарҙың ҡоло инегеҙ.


Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Исраил йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға табынып уҙғарҙығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ