Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Фессалоникаларға 3:2 - Изге Яҙма

2-3 һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытырға, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимоҫеусты һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2-3 һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытыу, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимофейҙы һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2-3 һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытырға, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимоҫеусты һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Фессалоникаларға 3:2
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан һуң Паулус Дербеға, ә унан Лустраға барып етте. Унда Тимоҫеус исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине.


Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм иманға килеүселәрҙең һаны көндән-көн арта барҙы.


Силас менән Тимоҫеус Македониянан килгәс, Паулус үҙенең бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.


Хеҙмәттәшем Тимоҫеус һәм яҡташтарым Лукиос, Ясон менән Сосипатрус һеҙгә сәләм ебәрә.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин аҡыллы төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым, һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр имандаштар берҙәмлегендә мин ошолар тураһында өйрәтәм.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан Алланың Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә, шулай уҡ тотош Ахая өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.


Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимоҫеус һеҙгә вәғәзләгән Алла Улы Ғайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар.


Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троас ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишекте асып ҡуйған.


Тик унда имандашым Титусты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым.


Титусҡа килгәндә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.


Быға ныҡ инанғанлыҡтан, һеҙҙең менән ҡалып, ҡыуанысығыҙҙың, имандағы уңышығыҙҙың үҫеүе хаҡына барығыҙ менән бергә булырмын.


Алланың ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан


Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Әпәфрастан ишеттегеҙ. Ул – Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе.


Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Әпәфрас та сәләм тапшыра. Ул һеҙҙең Алланың тулы ихтыярынса рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә.


Уны тоғро һәм ҡәҙерле имандашыбыҙ, яҡташығыҙ Онесимус менән бергә ебәрәм. Улар һеҙгә бындағы хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләр.


Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтә изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын.


Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимоҫеусты ебәрҙем.


һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе йыуатһын, һәр төрлө яҡшы һүҙҙәр һөйләргә һәм изге эштәр башҡарырға ҡеүәт бирһен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ