Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 9:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Эй Раббы! Беҙ, беҙҙең батшалар ҙа, хакимдар ҙа, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа оятҡа ҡалдыҡ, сөнки Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Эй Раббы! Беҙ, беҙҙең батшалар ҙа, хакимдар ҙа, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа оятҡа ҡалдыҡ, сөнки Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 9:8
15 Iomraidhean Croise  

Үҙенә өмөт бағлағандарға Шундай эштәр ҡылған Алла Һин генә. Борондан бирле Һинән башҡаны Һис бер күҙҙең күргәне, Һис берәүҙең ишеткәне, Һис бер ҡолаҡҡа ингәне булманы.


Ҡылған енәйәттәребеҙҙе, Ата-бабаларҙың ғәйептәрен Беҙ таныйбыҙ, Раббы, – Һинең алда гонаһлыбыҙ!


Исраил һәм Йәһүҙә халҡының – үҙҙәренең, батшаларының, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең, Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең Мине асыуландырыу өсөн ҡылған золомдарының иҫәбе-һаны юҡ.


Тик улар Мине кәмһетәме ни? – тип белдерә Раббы. – Үҙҙәренә зыян килтерәләр, үҙҙәрен оятҡа ҡалдыралар. –


«Раббы хаҡлы, – ти Йәрүсәлим. – Мин бит Уның әйткәненә ҡаршы килдем. Инде тыңлағыҙ, халыҡтар, Минең ғазабымды күрегеҙ – Еткән ҡыҙҙарым, егеттәрем әсиргә китте.


Беҙ гонаһ ҡылдыҡ һәм баш күтәрҙек, Һин беҙҙе ғәфү итмәнең!


Башыбыҙҙан тажыбыҙ ҡоланы, Ҡайғы беҙгә! Гонаһ ҡылдыҡ.


Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарынырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне».


Хаким Аллабыҙ, беҙ Уға ҡаршы баш күтәргән булһаҡ та, Ул гонаһтарҙы ғәфү итеүсе һәм рәхимле.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan