Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 9:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Мин Аллаға, Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Мин Аллаға, бөйөк Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 9:3
30 Iomraidhean Croise  

Күрҙем, яҙыҡ эш ҡылыусылар ҡоланы; Ергә ҡолатылдылар, башҡаса тора алмаҫтар.


Ул көндө Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».


Раббы Хаким былай ти: «Мин тағы ла халҡым Исраилдың үтенесенә ҡолаҡ һалып, уларҙы ҡуй көтөүе кеүек күбәйтермен.


Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.


Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.


Үҙемдең һәм халҡым Исраилдың ҡылған гонаһтарын танып һәм доға ҡылып, мин, Аллам Раббыға, Алламдың изге тауы тураһында ялбарыу менән мөрәжәғәт итеп, шулай тинем.


Мин Раббы Аллама, доға ҡылып һәм гонаһтарыбыҙҙы танып былай тинем: – Хакимым минең, бөйөк һәм дәһшәтле Алла! Һин Үҙеңде һөйгән һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәгән кешеләргә ҡарата килешеүеңде тоғро һаҡлайһың.


Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейемдәре кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.


Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –


Ниневеның бар халҡы Аллаға инанды. Улар ураҙа иғлан итте, олоһонан кесеһенә тиклем ҡыл туҡыма уранды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan