Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 9:21 - Башкирский ВЗ (неполный)

21 Шул саҡ, мин доға ҡылғанда, миңә ебәрелгән Ябраил – тәүге күренмешемдә күренгән зат, яныма етеҙ генә килде. Был хәл киске ҡорбан килтереү мәлендә булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

21 Шул саҡ, мин доға ҡылғанда, миңә ебәрелгән Ябраил – тәүге күренмешемдә күренгән зат – яныма етеҙ генә килде. Был хәл киске ҡорбан килтереү мәлендә булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 9:21
27 Iomraidhean Croise  

Төн булһын тип эңер төшөрәһең, Ҡырағай йәнлектәр ҡыҙырырға сыға.


Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ, Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ!


Хозурында аһ-зарымды түгәм, Ҡайғыларымды бушатам.


Береһен – иртәнсәк, икенсеһен кис ҡорбан ит.


Өҫтөндә серафтар кәйелә; һәр береһенең алтышар ҡанаты бар: икеһе менән йөҙҙәрен, икеһе менән аяҡтарын ҡаплағандар, икеһе менән осалар.


Йөҙҙәре шулай ине. Ҡанаттары юғарыға табан асылған. Һәр йән эйәһенең ике ҡанаты эргәһендәге йән эйәләренең ҡанатына тейеп тора, ә ҡалған ике ҡанат менән кәүҙәләрен ҡаплағандар.


Был мәхлүктәр йәшен йәшнәгән кеүек тегендә-бында етеҙ хәрәкәт итә.


араларында ошо өс кеше: Нух, Даниил һәм Әйүп булһа, хатта улар ҙа тәҡүәлектәре менән тик үҙ йәндәрен генә һаҡлап ҡала алыр ине, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Шул саҡ миңә бер ҡул ҡағылды һәм мине ерҙән күтәрҙе – мин, устарым менән ергә таянған килеш, тубыҡланып тора инем.


Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин ауыҙымды асып алдымда торған затҡа: – Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды.


Теге кешегә оҡшаған зат миңә йәнә ҡағылып көс бирҙе.


һәм шул саҡ Улай йылғаһы өҫтөндә кемдеңдер: – Ябраил! Уға был күренмеште аңлатып бир, – тип әйткән тауышын ишеттем.


Ул миңә был һүҙҙәрҙе әйткәндә, мин аңымды юйып йөҙтүбән ерҙә ята инем. Ул, миңә ҡағылып, аяғыма баҫтырҙы ла:


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan