Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 9:11 - Башкирский ВЗ (неполный)

11 Тотош Исраил Һинең ҡануныңды тотманы – тыңларға теләмәйенсә, Һинән йөҙ сөйөрҙө. Шуға күрә Алла ҡоло Мусаның ҡанунында яҙылған ҡаты ләғнәт беҙҙең башыбыҙға төштө, сөнки беҙ Һинең алдыңда гонаһ ҡылдыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Тотош Исраил Һинең ҡануныңды тотманы – тыңларға теләмәйенсә, Һинән йөҙ сөйөрҙө. Шуға күрә Алла ҡоло Мусаның ҡанунында яҙылған ҡаты ләғнәт башыбыҙға төштө, сөнки беҙ Һинең алда гонаһ ҡылдыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 9:11
30 Iomraidhean Croise  

Үгеҙ – үҙенең хужаһын, Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә. Бары тик Исраил белмәй, Минең халҡым аңламай».


Шуға ла Мин Изге йорттоң башлыҡтарын хәрәм ҡылдым, Яҡупты – һәләкәткә, Исраилды хурлыҡҡа дусар иттем.


Һин уларға былай тип яуап бир: «Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Мине ташланы, – тип белдерә Раббы. – Башҡа илаһтар артынан эйәрҙеләр, уларға хеҙмәт иттеләр һәм сәждә ҡылдылар. Минән ваз кисеп, ҡанунымды тотманылар.


Ни өсөн Минең менән дәғүәләшәһегеҙ? Һәммәгеҙ ҙә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, – тип белдерә Раббы. –


Уйнаштарың барыһы ла һине онотто, Хәҙер һине эҙләмәйҙәр. Мин һине дошман һымаҡ туҡманым, Аяуһыҙ язаға дусар иттем, Сөнки ауыр енәйәтең, Гонаһтарың самаһыҙ күп.


Килеп ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.


Инде әйткәнен эшләне, һәләкәт юлланы, сөнки һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ. Шуға күрә ошо бәлә-ҡазаға юлыҡтығыҙ.


Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.


Хуш еҫ төтәтеп, һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, Уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, ҡануны, ҡағиҙә һәм күрһәтмәләре буйынса йәшәмәнегеҙ, шуға күрә лә, бөгөн күргәнегеҙсә, башығыҙға был афәт килде.


Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманы, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тартты.


Мысырҙы, Йәһүҙәне, Эдомды, Ғаммонды, Моавты, сүлдә йәшәгән һәм сикә сәстәрен ҡырғандарҙы язалаясаҡмын. Асылда, был ҡәүемдәрҙең сөннәте юҡ, ә Исраил нәҫеленең йөрәге сөннәтһеҙ.


Беҙгә, Мусаның ҡанунында яҙылғанса, ошо бөтә бәләләр ябырылды, әммә беҙ ялбарыу менән Аллабыҙ Раббыға мөрәжәғәт итмәнек, үҙ гонаһтарыбыҙҙан ҡайтманыҡ, Уның хәҡиҡәтен таныманыҡ.


Ә беҙ гонаһҡа баттыҡ, яҙыҡ юлға баҫтыҡ, яуыз ғәмәлдәр һәм бола ҡылдыҡ, Һинең бойороҡтарыңды һәм ҡанундарыңды кире ҡаҡтыҡ.


Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ Рухы менән элекке пәйғәмбәрҙәр аша ебәргән ҡанунды һәм уның һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йөрәктәрен таш кеүек ҡатырҙылар. Шул арҡала Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға бик ныҡ асыуланды.


Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!»


Әгәр Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңламаһағыҙ, алдығыҙҙан юҡ итәсәк башҡа халыҡтар кеүек, һеҙ ҙә һәләк буласаҡһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan