Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 8:25 - Башкирский ВЗ (неполный)

25 Хәйләкәрлеге арҡаһында, Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаны, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

25 Хәйләкәрлеге арҡаһында Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаныр, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 8:25
21 Iomraidhean Croise  

Иҫерткәнсе эсер Моавты, сөнки Раббы ҡаршыһында эреләнде. Әйҙә Моав үҙ ҡоҫҡолоғонда аунаһын, әҙәм көлкөһөнә ҡалһын!


Ғәзиз халҡым, ҡылган гонаһтары өсөн, Кеше ҡулы теймәйенсә Күҙ асып йомғансы юҡҡа сығарылған Содом ҡалаһынан да ҡатыраҡ язаланды.


Был ғәскәр еңелгәндән һуң, көньяҡ батша һауаланып китер. Ул тиҫтәләрсә мең яугирҙы юҡ итер, ләкин уңыштары оҙаҡҡа бармаҫ,


Ул диңгеҙ менән гүзәл изге тауҙың араһында батша сатырҙары ҡорор. Ләкин уның ахыры килер, һәм уға бер кем дә ярҙам итмәҫ.


Һуңынан иһә хөкөм ултырышы башланыр һәм был батшанан хакимлыҡ тартып алыныр, ул бөтөнләй юҡ ителер.


Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине.


Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе.


Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапкыр етешәр мөҙҙәт һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр мөҙҙәт үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan