Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 8:23 - Башкирский ВЗ (неполный)

23 Был батшалыҡтарҙың ахырында, Ҡылған золомдары хаттин ашҡас, Оятһыҙ ҡарашлы, мәкергә оҫта батша тәхеткә ултырыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

23 Был батшалыҡтарҙың ахырында, Ҡылған золомдары хаттин ашҡас, Оятһыҙ ҡарашлы, мәкергә оҫта батша тәхеткә ултырыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 8:23
23 Iomraidhean Croise  

Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.


хикмәтле һәм кинәйәле һүҙҙең, аҡыл эйәләре әйткәндәрҙең һәм йомаҡтың асылын аңлар.


Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым Исраилдың өҫтөнә ябырыласаҡһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытамын Мин».


Бик күп ваҡыттан һуң һин саҡырыласаҡһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр.


Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.


Унан һуң тәхеткә батшалыҡҡа хоҡуғы булмаған бер хөрт әҙәм ултырыр. Ул көтмәгәндә килер һәм батшалыҡты хәйлә менән баҫып алыр.


Көтмәгәндә өлкәнең иң уңдырышлы ерҙәренә барып сығыр һәм ата-бабалары ҡылмағанды ҡыла башлар. Ул талап алған табышты, байлыҡты бүлергә тотонор, нығытмаларға ҡаршы фетнә ҡорор, әммә был хәл оҙаҡ дауам итмәҫ.


Мин мөгөҙ ауыҙынан тәкәббер телмәрҙәр сыҡҡан мәлдән алып януар үлтерелгәнгә тиклем, уның кәүҙәһе юҡ ителеп, утҡа тотолғанға тиклем булған хәлдәрҙең барыһын да күрҙем.


Шулай уҡ януарҙың башындағы ун мөгөҙ, ҡалған өс мөгөҙ йолҡоноп төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан һәм күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшкән ауыҙы булған, башҡаларҙан ҙурыраҡ күренгән һуңғы мөгөҙ менән ҡыҙыҡһындым.


Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер мөҙҙәткә, ике мөҙҙәт тә йәнә ярты мөҙҙәткә уның ҡул аҫтына бирелер.


Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине.


Мөгөҙөнөң һыныуы һәм уның урынына башҡа дүрт мөгөҙ үҫеп сығыуы – ошо халыҡтан йәнә дүрт батшалыҡ барлыҡҡа киләсәгенә ишара, ләкин улар, беренсе батшаныҡы һымаҡ көскә эйә булмаясаҡ.


Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡорлоҡ емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.


Хәйләкәрлеге арҡаһында, Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаны, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


Киттимдән караптар килер, Ашшурҙы ла, Ғевәрҙе лә ауыҙлыҡлар; Тик уларға ла һәләкәт килер!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan