Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 8:11 - Башкирский ВЗ (неполный)

11 Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 8:11
28 Iomraidhean Croise  

Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә!


Миңә асыу тотҡаныңа күрә, Маһайыуың килеп ишетелгәнгә, Мороноңа ырғаҡ, Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм; Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм.


Иҫерткәнсе эсер Моавты, сөнки Раббы ҡаршыһында эреләнде. Әйҙә Моав үҙ ҡоҫҡолоғонда аунаһын, әҙәм көлкөһөнә ҡалһын!


Моав халыҡтар араһынан юҡ ителер, Сөнки ул Раббы алдында эреләнде.


Уның менән бергә һәр көн иртән икмәк саҙаҡаһы булараҡ эфаның алтынан бер өлөшөн тәшкил иткән он һәм онға бутау өсөн һиндың өстән бер өлөшөн тәшкил иткән зәйтүн майы килтер. Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтереү тураһында мәңгелек ҡағиҙә бына шундай.


Уның алдында ғәскәрҙәр, килешеү башлығы менән бергә, туфан кеүек, йыуып алып кителер һәм ҡыйратылыр.


Уның ғәскәрҙәре килеп Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр.


Көндәлек ҡорбан килтереү юҡҡа сығарылып, ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмәне ҡуйған замандан алып бер мең дә ике йөҙ ҙә туҡһан көн үтер.


Һин хаттин ашып Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер мөҙҙәткә, ике мөҙҙәт тә йәнә ярты мөҙҙәткә уның ҡул аҫтына бирелер.


Көн дә килтерелә торған ҡорбандар артынса ғәскәр ҙә хурлыҡҡа дусар ителде. Ул хәҡиҡәтте ергә ауҙарҙы; үҙ ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙанды.


Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡорлоҡ емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.


Хәйләкәрлеге арҡаһында, Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаны, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапкыр етешәр мөҙҙәт һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр мөҙҙәт үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.


Уларға әйт: «Һеҙ Раббыға бирергә тейешле ут ҡорбаны ошо: Раббыға даими тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ һәр көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс килтерһендәр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan