Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 7:25 - Башкирский ВЗ (неполный)

25 Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер мөҙҙәткә, ике мөҙҙәт тә йәнә ярты мөҙҙәткә уның ҡул аҫтына бирелер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

25 Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер йылға, ике йыл да йәнә ярты йылға уның ҡул аҫтына бирелер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 7:25
36 Iomraidhean Croise  

Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә!


Төньяҡ батша бай табыш менән ҡайтып китер һәм Изге килешеүгә ҡул һуҙмаҡ булыр, бының өсөн ғәмәлдәр ҡылыр. Шунан ул иленә ҡайтыр.


Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер мөҙҙәттән, ике мөҙҙәттән һәм ярты мөҙҙәттән, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас, тамамланыр.


Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға аҡыл, аңлыларға белем бирә.


Навуходоносор янып торған мейес ауыҙына килеп: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, Юғарыларҙан юғары Алланың ҡолдары, сығығыҙ унан, килегеҙ бында! – тип ҡысҡырҙы. Шулай тигәс, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него ут эсенән сыҡты.


Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған,


Әммә йоҡомда бер төш кереп ҡурҡытты, төшөмдә күргәндәр мине хафаға һалды.


Навуходоносор батшаға әйтелгәндәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашты.


Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.


Һуңынан батшалыҡты Юғарыларҙан Юғарының изгеләре аласаҡ, уларҙың батшалығы мәңгенән мәңгегә хакимлыҡ итәсәк».


Шулай уҡ януарҙың башындағы ун мөгөҙ, ҡалған өс мөгөҙ йолҡоноп төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан һәм күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшкән ауыҙы булған, башҡаларҙан ҙурыраҡ күренгән һуңғы мөгөҙ менән ҡыҙыҡһындым.


Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине.


Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе.


Тегеһе: – Ике мең дә өс йөҙ тапҡыр кистәр етеп таңдар атҡансы. Шунан Изге торлаҡ үҙенең асылдағы хәленә ҡайтарыласаҡ, – тип яуап бирҙе.


Уларҙың берәүһендә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты; тәүҙә ул бәләкәй генә ине, артабан үҫә-үҫә көньяҡты, көнсығышты һәм Гүзәл илде яғына йәйелде.


Әлеге хаким күптәр менән ете йылға ныҡлы килешеү төҙөшөр һәм килешелгән ваҡыттың яртыһы еткәнсе үк ҡорбандарҙы һәм саҙаҡа килтереүҙәрҙе туҡтатыр, был урында Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмә ҡуйыр – ҡыйратыусы алдан уҡ билдәләнгән ахыр көнөнә тарығанға тиклем дауам итер был.


Һис файҙаһыҙ нәмәләргә әйләнеп ҡайттылар, Ҡыйыш атҡан йәйәгә оҡшап ҡалдылар. Етәкселәре маҡтансыҡ телмәрҙәре өсөн Яза ҡылысынан ҡыйылыр: Мысыр ерендә уларҙан Ана шулай әсе көлөрҙәр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan