Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 7:21 - Башкирский ВЗ (неполный)

21-22 Мин был мөгөҙҙөң изгеләр менән һуғыш башлағанын һәм уларҙы Мәңгелек Зат килгәнгә тиклем еңеп барыуын күрҙем. Ул килгәс, Юғарыларҙан Юғарының изгеләре файҙаһына хөкөм сығарылды, батшалыҡты уларға биләп алырға ваҡыт етте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

21-22 Мин был мөгөҙҙөң изгеләр менән һуғыш башлағанын һәм уларҙы Мәңгелек Зат килгәнгә тиклем еңеп барыуын күрҙем. Ул килгәс, Юғарыларҙан Юғарының изгеләре файҙаһына хөкөм сығарылды, батшалыҡты уларға биләп алырға ваҡыт етте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 7:21
12 Iomraidhean Croise  

Уның ғәскәрҙәре килеп Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр.


Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер мөҙҙәттән, ике мөҙҙәттән һәм ярты мөҙҙәттән, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас, тамамланыр.


Шулай уҡ януарҙың башындағы ун мөгөҙ, ҡалған өс мөгөҙ йолҡоноп төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан һәм күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшкән ауыҙы булған, башҡаларҙан ҙурыраҡ күренгән һуңғы мөгөҙ менән ҡыҙыҡһындым.


Көн дә килтерелә торған ҡорбандар артынса ғәскәр ҙә хурлыҡҡа дусар ителде. Ул хәҡиҡәтте ергә ауҙарҙы; үҙ ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙанды.


Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡорлоҡ емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.


Уларҙың берәүһендә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты; тәүҙә ул бәләкәй генә ине, артабан үҫә-үҫә көньяҡты, көнсығышты һәм Гүзәл илде яғына йәйелде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan