Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 7:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Уның хозурынан ут ташҡыны йылға булып аға. Уға хеҙмәт итеүселәр меңдәрсә, Күптин күптәр алдында әҙер тора. Бына хөкөм ултырышы башланды, Һәммә китаптар асылды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Уның хозурынан ут ташҡыны йылға булып аға. Уға хеҙмәт итеүселәр меңдәрсә, Күптин-күптәр алдында әҙер тора. Бына хөкөм ултырышы башланды, Һәммә китаптар асылды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 7:10
26 Iomraidhean Croise  

Арыҫландар ырылдап ауға сыға, Алла ебәргән ризыҡты эҙләй.


Раббының ҡануны камил – йәнде терелтә, Раббы күрһәтмәләре ышаныслы – бер ҡатлыны зирәк итә.


Мөхәббәтең хаҡына, эй Алла, ҡыҙған мине, Сикһеҙ рәхим-шәфҡәтеңә күрә яҙыҡ эштәремде юйып ташла.


Яуап ҡайтар миңә, Раббы, Сөнки тоғро мөхәббәтең изге. Оло мәрхәмәтең менән йөҙөңдө бор миңә табан!


Ҡара, Раббының исеме йыраҡтан килә! Асыуы дөрләп яна, ялҡыны көслө, Ауыҙынан нәфрәт эркелә, Ә теле – гүйә бар нәмәне ялмап юҡ иткән ут.


Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.


Шул саҡ һинең халҡыңды яҡлаусы бөйөк хаким Михаил килер. Шунда кешеләр берләшеп халыҡ булғандан бирле бер кем дә татымаған афәттәр заманы башланыр. Был дәүерҙә һинең халҡыңдан исемдәре Китапҡа теркәлгән һәр бер кеше ҡотолоп ҡалыр.


Һуңынан иһә хөкөм ултырышы башланыр һәм был батшанан хакимлыҡ тартып алыныр, ул бөтөнләй юҡ ителер.


Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер.


Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде, Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы, Паран тауынан нур сәсте, Ун меңләгән изгеләре менән килде, Уң ҡулында ҡанун уты яна ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan