Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 6:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 6:4
32 Iomraidhean Croise  

– Бүтән бындай кешене табып булмаҫ, – тине фирғәүен үҙенең янындағыларға. – Алла рухы бар унда!


Туғандары Йософтоң өйөнә алып барыуҙарынан шомланып, бер-береһенә: – Беҙҙе унда тоҡтарыбыҙҙағы теге көмөш өсөн алып бармайҙармы икән? – тиештеләр. – Улар һөжүм итеп беҙгә ташланырҙар ҙа үҙебеҙҙе ҡол итерҙәр, ишәктәребеҙҙе тартып алырҙар инде!


Ялғансылар – тәҡүәләргә ерәнгес, тура юлдан йөрөүселәр яуыздарға әшәке күренә.


Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Мине үлтерер өсөн мәкер ҡорҙолар, Быны Һин беләһең, Раббы. Уларҙың енәйәттәрен ярлыҡама, Гонаһтарына күҙ йомма. Асыуланып язаңды бир: Һинең алдыңда ҡолап ятһындар.


Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.


Мин һеҙҙе һөргөнгә ебәргән ҡалаға именлек теләгеҙ, уның өсөн Раббыға доға ҡылығыҙ. Ҡала имен булһа, һеҙ ҙә имен булырһығыҙ».


Шул саҡ ҡайһы бер халдейҙар килеп йәһүдтәрҙе ошаҡланы.


Батша Даниилды Белтешассар тип йөрөттө, ул тиңдәшһеҙ рухҡа, төш юрау, төрлө серҙәрҙе аңлатыу, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын күрһәтеү өлкәһендә белемгә һәм зиһенгә эйә ине. Әйҙә, Даниилды саҡырһындар – ул яҙыуҙың мәғәнәһен аңлатып бирер.


Минең Аллам Үҙенең фәрештәһен ебәргән, ул арыҫландарҙың ауыҙын йомдорҙо, һәм улар миңә теймәне. Алла мине Үҙенең алдында ғәйепһеҙ тип тапты, хәйер, һинең алдыңда ла, батша, бер енәйәт тә эшләгәнем юҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan