Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 6:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 6:10
47 Iomraidhean Croise  

Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Раббы, миңә ҡаршы көрәшкәндәр менән Һин Үҙең көрәш, Миңә ҡаршы алышҡандар менән Һин Үҙең алыш!


Ялған һөйләгәндәрҙе Һин юҡ итәһең; Ҡан ҡойоусы һәм мәкерлеләр Раббы өсөн ерәнгес.


Эй Алла ҡалаһы, һинең хаҡта Ниндәй данлы һүҙҙәр һөйләйҙәр. Села


Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.


Шул саҡ тегеләр батшаға: – Эй батша, бында Йәһүҙәнән һөргөнгә килтерелгән кешеләрҙең береһе Даниил, һинең менән дә, эй батша, һин раҫлаған ҡарар менән дә иҫәпләшмәй: ул көнөнә өс мәртәбә үҙ Аллаһына доға ҡыла, – тинеләр.


Мин Раббы Аллама, доға ҡылып һәм гонаһтарыбыҙҙы танып былай тинем: – Хакимым минең, бөйөк һәм дәһшәтле Алла! Һин Үҙеңде һөйгән һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәгән кешеләргә ҡарата килешеүеңде тоғро һаҡлайһың.


Мине тәрәнгә, диңгеҙ ҡуйынына ташланың, Ян-яғымдан ағым сорнап алды; Шашҡын тулҡындар өҫтөмдән аҡты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan