Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 5:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Ҡорамдан, Йәрүсәлимдәге Алла йортонан, алып ҡайтылған алтын һауыттарҙы алып килгәс, батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсә башланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Ҡорамдан, Йәрүсәлимдәге Алла йортонан, алып ҡайтылған алтын һауыттарҙы алып килгәс, батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсә башланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 5:3
11 Iomraidhean Croise  

Ана, үлеләр донъяһы боғаҙ кирҙе, Ауыҙын сикһеҙ киң итеп асты: Йәрүсәлимдең арҙаҡлылары ла, ябай халҡы ла, Кәйеф-сафа һөйөүселәр ҙә – барыһы шунда олағыр.


Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын, Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын Сионда иғлан итер өсөн Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә!


Башына шарап һуҡҡас, Белшассар атаһы Навуходоносор тарафынан Йәрүсәлим ҡорамынан алып ҡайтылған алтын һәм көмөш һауыттарҙы алып килергә ҡушты: батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсмәксе булды.


Һин хаттин ашып Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Улар шарап эсә-эсә үҙҙәренең алтын һәм көмөш, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарын маҡтаны.


Әммә ул шуны белмәне: Уға ашлыҡты, яңы шарапты, Зәйтүн майын Мин биргәйнем. Бәғел илаһына сарыф иткән Алтын-көмөштө лә муллап Мин тотторҙом.


Юлындағы бар нәмәне ел һымаҡ һепереп уҙа, Ҡеүәттәрен үҙҙәренә алла иткән был әҙәмдәр Ғәйепле, улар язанан ҡаса алмаҫтар.


Ә һеҙ Минең исемемде хурлайһығыҙ, һеҙҙеңсә, Хакимдың өҫтәле лә бысраҡ, ниғмәттәре лә хөрмәткә лайыҡ түгел.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan