Даниил 5:2 - Башкирский ВЗ (неполный)2 Башына шарап һуҡҡас, Белшассар атаһы Навуходоносор тарафынан Йәрүсәлим ҡорамынан алып ҡайтылған алтын һәм көмөш һауыттарҙы алып килергә ҡушты: батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсмәксе булды. Faic an caibideilИзге Яҙма2 Башына шарап һуҡҡас, Белшассар атаһы Навуходоносор тарафынан Йәрүсәлим ҡорамынан алып ҡайтылған алтын һәм көмөш һауыттарҙы алып килергә ҡушты: батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсмәксе булды. Faic an caibideil |
Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә эйә булғаны, мөҡәддәс аллаларҙың рухы менән Һуғарылғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне.
Һин хаттин ашып Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.