Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 4:32 - Башкирский ВЗ (неполный)

32 Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

32 Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 4:32
22 Iomraidhean Croise  

Раббы миңә ҡылған бар яҡшылыҡтарҙы Уға нисек итеп ҡайтарайым?


Ерҙе даръя һыуҙары өҫтөнә йәйгән, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


– Иртәгә, – тип яуапланы фирғәүен. – Һин әйткәнсә булыр. Шул саҡта Аллабыҙ Раббының тиңе юҡлығын белерһең, – тине Муса. –


Был юлы Мин һинең үҙеңә, хеҙмәтселәреңә, тотош халҡыңа иң ҡаты язаларымды юллайым – бөтә ер йөҙөндә Миңә торошло һис берәүҙең юҡлығын аңларһың.


– Ҡаланан сығып, ҡулдарымды Раббыға табан күтәреү менән, йәшен туҡтар, боҙ яумаҫ булыр. Шул саҡ ерҙең Раббыныҡы булғанын белерһең.


Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер булғаныңды белһен».


Раббы өсөн ҡәүемдәр – биҙрәләге тамсы һыу, Үлсәүҙәге саң бөртөгө кеүек. Бына, утрауҙарҙы Ул туҙан бөртөгөләй күтәрә!


Раббы алдында бөтә халыҡтар бер ни түгел, Юҡтан да аҙ, буп-буш.


Ҡараңғыла һаҡланған хазиналарҙы, Йәшерелгән зиннәттәрҙе һиңә бирермен. Шунда Минең, исемеңде әйтеп, һиңә өндәшкәндең – Раббы, Исраилдың Аллаһы икәнемде белерһең.


ерҙе лә, унда йәшәгән кешеләр менән йәнлектәрҙе лә бөйөк көсөм, ҡөҙрәтле ҡулым менән Мин яраттым. Уны Үҙем хуш күргән кешегә бирәм.


Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға аҡыл, аңлыларға белем бирә.


– Ваҡыт үтә торҙо, бер саҡ мин, Навуходоносор, күккә баҡтым – шунда уҡ зиһенем асылды. Мин Юғарыларҙан Юғарыға рәхмәт әйттем, Мәңге Йәшәүсене данланым һәм маҡтаным: Уның хакимлығы – мәңгелек, Уның батшалығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ.


Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan