Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 3:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Һәм бына мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа һәм башҡа уйын ҡоралдары тауыштарын ишетеү менән, бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, йөҙтүбән ҡапланып, Навуходоносор батша ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылдылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Бына, мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа һәм башҡа уйын ҡоралдары тауыштарын ишетеү менән, бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, йөҙтүбән ҡапланып, Навуходоносор батша ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылдылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 3:7
15 Iomraidhean Croise  

Бабил – Раббы ҡулында бер алтын туҫтаҡ ине, Бөтә донъяны иҫертте ул Ҡәүемдәр уның шарабын эсте, Шул арҡала барыһы ла аҡылынан шашты.


Шул саҡ Навуходоносор батша Даниил алдына йөҙтүбән ҡапланды, уға баш эйҙе, шунан бүләктәр килтерергә һәм хуш еҫле төтәткестәр көйрәтергә бойорҙо.


Һин, батша, мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, һәр кем йөҙтүбән ҡапланып, алтын һәйкәлгә сәждә ҡылһын, ә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылмаған кешене янып торған мейескә ырғытырға, тип бойорғайның.


оран һалыусы көслө тауыш менән: – Бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –


Мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, Навуходоносор батша ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылығыҙ.


Кем дә кем йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылмай, шул кисекмәҫтән янып торған мейескә ырғытыласаҡ.


Шул саҡ ҡайһы бер халдейҙар килеп йәһүдтәрҙе ошаҡланы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan