Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 3:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Навуходоносор батша буйы алтмыш, иңе алты терһәк ҙурлығындағы алтын һәйкәл яһатып уны Бабил өлкәһендәге Дура үҙәненә ҡуйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Навуходоносор батша, буйы – алтмыш, иңе алты терһәк ҙурлығындағы алтын һәйкәл яһатып, уны Бабил өлкәһендәге Дура үҙәненә ҡуйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 3:1
29 Iomraidhean Croise  

Фирғәүен менән ғәскәрен диңгеҙгә батырҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Шулай булғас, Минең янға алтындан да, көмөштән дә аллалар яһап ҡуймағыҙ.


Муса, Раббы янына ҡабат барып: – Был халыҡтың гонаһы ҡот осҡос ауыр: улар үҙҙәренә алтындан илаһ яһаған, – тине. –


Ул көндө кешеләр, ер йөҙөн тетрәтер өсөн ҡалҡҡан Раббының дәһшәте һәм бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Табыныр өсөн яһаған алтын һәм көмөш боттарын Һуҡыр сысҡан һәм ярғанаттарға ташлап, Ҡаялағы ярыҡтарға, тарлауыҡтарға боҫасаҡ.


Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы, Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы Ерәнгес тип табырһығыҙ, Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ, «Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ.


Янсыҡтан алтын алалар, Бизмәндә көмөш үлсәтеп, көмөшсө яллайҙар, Илаһ ҡойҙоралар. Шунан, алдына ҡапланып, табыналар.


Таршиштан сүкелгән көмөш, Уфаздан алтын алып киләләр. Балта оҫтаһы менән көмөшсө яһағанды Зәңгәр һәм ҡарағусҡыл ҡыҙылға кейендерәләр, Барыһы – егәрле оҫталар эше.


Кеше үҙенә алла яһай аламы? Ысынында ул аллалар бит – Алла түгел!»


Шунан һуң батша Даниилды үрләтте, бик күп зиннәтле бүләктәр бирҙе, уны Бабил өлкәһенә хаким, Бабилдың барлыҡ аҡыл эйәләренә башлыҡ итеп тәғәйенләне.


Даниилдың үтенесе буйынса батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға Бабил өлкәһендәге эштәргә идара итеү бурысын йөкмәтте, ә Даниил үҙе батша һарайында хеҙмәттә ҡалды.


Навуходоносор: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, һеҙ минең илаһтарыма табынмайһығыҙ һәм мин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмайһығыҙ тигән һүҙҙәр дөрөҫмө? – тип һораны. –


Шунан һуң батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны Бабил өлкәһендә бик юғары вазифаларға үрләтте.


Һин хаттин ашып Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Улар шарап эсә-эсә үҙҙәренең алтын һәм көмөш, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарын маҡтаны.


Әммә ул шуны белмәне: Уға ашлыҡты, яңы шарапты, Зәйтүн майын Мин биргәйнем. Бәғел илаһына сарыф иткән Алтын-көмөштө лә муллап Мин тотторҙом.


Ризалығымдан башҡа үҙҙәренә батша ҡуйҙылар, Миңә әйтмәй башлыҡ һайланылар. Үҙ баштарына һәләкәт юллап Алтын-көмөштәренән боттар ҡойҙолар.


Ағас киҫәгенә: «Уян!», Телһеҙ ташҡа: «Тор!» – тиеүсегә ҡайғы! Берәй нәмәгә өйрәтерме улар? Алтын-көмөш ялатылған был нәмәлә Тормош һулышы юҡ бит.


Илаһтарының боттарын утта яндырығыҙ. Боттарҙың өҫтөндә булған алтынға ла, көмөшкә лә күҙегеҙ ҡыҙмаһын. Уларҙы алмағыҙ, юғиһә тоҙаҡҡа төшөрһөгөҙ. Сөнки был боттар Аллағыҙ Раббыға ерәнгес.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan