Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 2:44 - Башкирский ВЗ (неполный)

44 Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

44 Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 2:44
38 Iomraidhean Croise  

Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Һиңә хеҙмәт итергә теләмәгән батшалыҡтар һәләк булыр, Ундай халыҡтар тамам юҡ ителер.


Улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән, ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла мәңге йәшәр, ҡолом Дауыт уларға мәңге хаким булыр.


Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән.


Һин шулай ҡарап торғанда, ҡайҙандыр үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә, бер таш кителеп килеп һәйкәлдең тимер һәм балсыҡтан булған аяҡтарына бәрелде, уларҙы селпәрәмә килтерҙе.


Шул саҡ тимер, балсыҡ, баҡыр, көмөш, алтын, ваҡланып, йәйге ырҙындағы кәбәк һымаҡ булды. Ел уларҙы бөтәһен дә осороп алып китте, хатта эҙҙәре лә ҡалманы. Ә һәйкәлгә килеп бәрелгән таш иһә оло тауға әйләнеп, бөтә ер өҫтөн баҫып алды.


Эй батша, һин батшаларҙың батшаһыһың, Күк Аллаһы һиңә батшалыҡ та, ҡеүәт тә, көс һәм шөһрәт тә биргән,


Ә инде тимер көршәк балсығы менән буталған тип күреүең иһә был батшалыҡтарҙың никахтар аша үҙ-ара ҡатнашыуын аңлата, ләкин тимер менән балсыҡ бер бөтөн була алмаған һымаҡ, улар ҙа бер-береһе менән бөтөнләй ҡушылып китә алмаҫ.


Шуға ла мин, төшөмдө юратыр өсөн, Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен үҙ яныма саҡырырға бойорҙом.


Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.


Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.


Ул ҡотҡара һәм аралай, Күктә лә, ерҙә лә Мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡыла. Даниилды ул арыҫландан ҡотҡарып алды.


Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ – мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».


Хәйләкәрлеге арҡаһында, Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаны, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


Аҡһағын иҫән ҡалған өлөш итермен, Аҙашҡанын ҡеүәтле халыҡҡа әйләндерермен. Ошо көндөн башлап мәңгелеккә Мин Раббығыҙ Сион тауында уларға хакимлыҡ ҡылырмын.


Батша тәхеттәрен түңкәрәм, Ҡәүемдәрҙең батшалыҡтарының көсөн ҡаҡшатам, Яу арбаларын кешеләре менән бергә ауҙарам, Бер-береһенә ҡаршы алышта Һыбайлылар аттары менән бергә дөмөгөр.


Мин бар халыҡтарҙы дер һелкетәм, Уларҙың хазинаһы бында ағылыр, Мин был Йортто данға күмәсәкмен». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan