Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 2:40 - Башкирский ВЗ (неполный)

40 Унан һуң тимер һымаҡ ҡаты дүртенсе батшалыҡ булыр. Тимер бөтә нәмәне ватҡан-ваҡлаған шикелле, тимер бөтә нәмәне емергән шикелле, – ул да барыһын да ватыр һәм емерер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

40 Унан һуң тимер һымаҡ ҡаты дүртенсе батшалыҡ булыр. Тимер бөтә нәмәне ватҡан-ваҡлаған шикелле, тимер бөтә нәмәне емергән шикелле, – ул да барыһын да ватыр һәм емерер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 2:40
12 Iomraidhean Croise  

Тимерҙе, төньяҡтан килгән тимер менән баҡырҙы Кем һындыра ала?


сирағы – тимерҙән, аяҡ суғы – өлөшләтә тимерҙән, өлөшләтә балсыҡтан.


Һинән һуң бүтән батшалыҡ килер, ул һинеке һымаҡ бөйөк булмаҫ. Шунан өсөнсө, баҡыр батшалыҡ бар ер йөҙөндә хакимлыҡ итер.


Шунан һин яртылаш көршәк балсығынан, яртылаш тимерҙән булған аяҡ һәм аяҡ бармаҡтары күргәнһең – быныһы бүленгән батшалыҡ. Унда өлөшләтә тимер ҡатылығы ла булыр, шуға ла һин балсыҡ менән яртылаш тимер күргәнһең.


Артабан мин төнгө күренмешемдә дүртенсе януарҙы – ҡот осҡос, дәһшәтле, сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле йән эйәһен күрҙем. Уның ауыҙында ҙур тимер тештәр булып, ул бар нәмәне ялмап ашап, емереп бара, ҡалғанын аяҡтары менән тапай. Ул әүәлге януарҙарҙың береһенә лә оҡшамағайны, башында ун мөгөҙө бар ине.


Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡорлоҡ емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.


Алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үткәс, мәсехләнгән хакимдың ғүмере киҫелер, уның менән бер кем ҡалмаҫ. Ҡала ла, Изге торлаҡ та киләһе хакимдың халҡы тарафынан тар-мар ителер. Алдан билдәләп ҡуйылған был һәләкәт туфан кеүек булыр, һуғыш бөткәнсе афәт дауам итер.


Раббы былай ти: «Дамаск енәйәт артынан енәйәт ҡыла – Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тимер тешле ашлыҡ һуҡҡыс менән Ғилғәдте төйгәнгә күрә


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan