Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 2:23 - Башкирский ВЗ (неполный)

23 Һине, аталарым Аллаһын, маҡтайым һәм данлайым, Һин миңә хикмәт һәм ҡөҙрәт бирҙең! Бөгөн миңә үтенесебеҙҙе астың, Батшаның һорағанын аңлаттың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

23 Һине, аталарым Аллаһын, маҡтайым һәм данлайым, Һин миңә хикмәт һәм ҡөҙрәт бирҙең! Бөгөн миңә үтенесебеҙҙе астың, Батшаның һорағанын аңлаттың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 2:23
33 Iomraidhean Croise  

Раббы былай тине: – Ибраһимдан ниәтемде йәшерә буламмы ни!


Әгәр ҙә мәгәр ата-бабам Аллаһы – Ибраһим Аллаһы һәм Исхаҡ ҡурҡып-тетрәнеп торған Алла минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған.


Аллам, Аллам, ниңә Һин мине ташланың? Ник алыҫһың мине ҡотҡарыуҙан, Иңрәүемде минең ишетеүҙән?


Һин ни ҡәҙәр мөҡәддәсһең! Исраилдың маҡтауҙары өҫтөнә тәхет ҡорғанһың.


Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар, Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп, Миңә таяныс бул.


Алла йәнә Мусаға: – Исраил халҡына: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуптың Аллаһы Йәһүә ебәрҙе», – тип әйт. Был Минең мәңгелек исемем. Мине быуындан-быуынға шул исем менән белерҙәр.


Аҡыллы ныҡ һаҡланған ҡаланы алыр, ҡаҡшамаҫлыҡ тип һаналған нығытманы ҡолатыр.


Аҡыллы кеше ҡеүәтле булыр, белемле әҙәм үҙ көсөн арттырыр.


Кәңәш миндә, айыҡ аҡыл миндә, мин зиһенмен, көс минең менән.


Аҡыл кешене ҡалалағы ун хөкөмдарҙан көслөрәк итә.


Шул саҡ мин әйттем: аҡыл көстән яҡшыраҡ, ләкин фәҡир кешенең аҡылын һис кем ҡәҙерләмәй, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай.


Аҡыл һуғыш ҡоралынан яҡшыраҡ. Ләкин гонаһлы бер әҙәм күп яҡшылыҡты юҡҡа сығара ала.


Эй Исраил, ул көндө әйтерһең: «Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы! Һин миңә асыулы инең, Инде асыуың баҫылды, Миңә һин йыуаныс бирәһең.


«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».


Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә быларҙың барыһына өҫтәп һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе.


Бабилдың башҡа аҡыл эйәләре менән бергә үҙебеҙ ҙә үлем язаһына дусар булмаҫ өсөн, Күк Аллаһына ялбарығыҙ: мәрхәмәтен күрһәтеп был серҙе асһын, тине ул дуҫтарына.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan