Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 2:21 - Башкирский ВЗ (неполный)

21 Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға аҡыл, аңлыларға белем бирә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

21 Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға – аҡыл, аңлыларға белем бирә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 2:21
40 Iomraidhean Croise  

уға Алла рухы иңдерҙем – зирәк аҡыл һәм һәләт, һәр эштә белем һәм оҫталыҡ бирҙем, – тине. –


Мин уға ярҙамсы итеп Дан ырыуынан Ахисамах улы Оһолиавты ҡуйҙым һәм бөтә оҫталарға ла таһыл бирҙем. Улар Мин һиңә бойорғандарҙың барыһын да эшләр.


Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә быларҙың барыһына өҫтәп һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының өсөнсө йылында икенсе исеме Белтешассар булған Даниилға бер һүҙ асылды – оло һуғыш тураһында хаҡ хәбәр еткерелде. Даниил уның асылына үҙенә иңгән күренмеш аша төшөндө.


Йылдар үтер, һәм килешеү төҙөлөр. Был килешеүҙе нығытыр өсөн, көньяҡ батшаның ҡыҙы төньяҡ батшаға кейәүгә сығыр. Ләкин көньяҡ батшаның ҡыҙы хакимлыҡты үҙ ҡулында тота алмаҫ, хәйер, көньяҡ батша үҙе лә бирешер: шундай ваҡыт етер – ҡыҙ үҙе лә, уны оҙатып килгәндәр ҙә, уның балаһы ла, уны яҡлағандар ҙа юҡ ителер.


Былай тине: – Алланың исеменә мәңге-мәңгегә маҡтау-шөкөрана яуһын! Сөнки Ул хикмәт һәм ҡөҙрәт эйәһе.


Һине, аталарым Аллаһын, маҡтайым һәм данлайым, Һин миңә хикмәт һәм ҡөҙрәт бирҙең! Бөгөн миңә үтенесебеҙҙе астың, Батшаның һорағанын аңлаттың.


төшөмдө һөйләп бирмәһәгеҙ, барығыҙҙы ла бер яҙмыш көтә. Һеҙ минең алдымда алдашырға һәм хәйләләшергә һүҙ ҡуйышҡанһығыҙ – йә берәй нәмә үҙгәреп китер, тип көтәһегеҙ. Йәгеҙ әле минең төшөмдө һөйләгеҙ, шул саҡта мин уны юрай алырығыҙға ышанырмын, – тип яуапланы.


Был әмер – Күҙәтеүсе фәрештәләр ҡарары, Был хөкөм – мөҡәддәс фәрештәләр һүҙе. Ер йөҙөндә йәшәүселәр белеп торһон: Кешелек батшалығы өҫтөнән Юғарыларҙан Юғары хакимлыҡ итә. Батшалыҡты кемгә теләй, шуға бирә; Кешенең иң түбән һаналғанын да хаким итә ала“».


Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған,


Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә.


Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.


Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер мөҙҙәткә, ике мөҙҙәт тә йәнә ярты мөҙҙәткә уның ҡул аҫтына бирелер.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan