Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 12:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Аҡыл эйәләре, ал таң нуры, Хаҡ юлға әйҙәүселәр, йондоҙҙай, Мәңгелеккә, ғүмер баҡый балҡыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Аҡыл эйәләре – ал таң нуры, Хаҡ юлға әйҙәүселәр йондоҙҙай, Мәңгелеккә, ғүмер баҡый балҡыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 12:3
27 Iomraidhean Croise  

Исраил халҡы уның йөҙөнән нур һибелгәнен күрер ине. Муса, Раббы менән киләһе һөйләшкәнгә тиклем, йөҙөн йәнә япма менән ябыр булды.


Тәҡүәлек емешенән тормош ағасы үҫеп сыға, аҡыл эйәһе кеше күңелен йәлеп итә.


Аҡыллылар шөһрәт ҡаҙаныр, ахмаҡтар мираҫҡа хурлыҡ алыр.


Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ, төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара.


Вәғәзсе аҡыллы кеше ине. Ул үҙенең белгәндәрен башҡаларға өйрәтте, бик күп хикмәтле нәмәләр хаҡында фекер йөрөтөп, уларҙы тупланы.


Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк, Үҙ эшенең асылына төшөнөп ҡәнәғәтләнеү табасаҡ. «Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ, Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. –


Әгәр ошо пәйғәмбәрҙәр кәңәшмәмдә ҡатнашһалар, Һүҙҙәремде халҡыма белдерерҙәр, Уларҙы яман юлдарынан, яуыз эштәренән тыйырҙар ине.


Аҡыл эйәләре халыҡҡа аң-белем бирер һәм бер аҙ ваҡыт ҡыҫырыҡлауға – ҡылыс һәм утҡа, әсирлек һәм талауға – дусар булыр.


Аҡыл эйәләренең ҡайһы берәүҙәре, һынауҙар аша үтеп, таҙарынып һәм сафланып, ахыр заманаларға тиклем ҡыҫырыҡлауҙар ҡорбаны булыр, сөнки ахыр сәғәте етмәгән әле.


Күптәр һынауҙар аша үтер һәм таҙарыныр-сафланыр, әммә яман әҙәмдәр яман ғәмәлдәрен ҡылыуын дауам итер. Яуыздарҙың береһе лә быларҙы төшөнмәҫ, аҡыл эйәләре иһә быларҙың бөтәһен дә аңлап алыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan