Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 12:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Күптәр һынауҙар аша үтер һәм таҙарыныр-сафланыр, әммә яман әҙәмдәр яман ғәмәлдәрен ҡылыуын дауам итер. Яуыздарҙың береһе лә быларҙы төшөнмәҫ, аҡыл эйәләре иһә быларҙың бөтәһен дә аңлап алыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Күптәр һынауҙар аша үтер һәм таҙарыныр-сафланыр, әммә яман әҙәмдәр яман ғәмәлдәрен ҡылыуын дауам итер. Яуыздарҙың береһе лә быларҙы төшөнмәҫ, аҡыл эйәләре иһә быларҙың бөтәһен дә аңлап алыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 12:10
37 Iomraidhean Croise  

Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Села


хәйер, аҡыл эйәһе лә, ҡолаҡ һалып белемен арттырыр, белдекле лә кәрәкле кәңәш табыр,


«Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, – Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар.


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Әммә һаҙлыҡтар һәм батҡыл урындар сөсөләнмәҫ, улар тоҙ сығарыу өсөн ҡалыр.


Аҡыл эйәләре халыҡҡа аң-белем бирер һәм бер аҙ ваҡыт ҡыҫырыҡлауға – ҡылыс һәм утҡа, әсирлек һәм талауға – дусар булыр.


Аҡыл эйәләренең ҡайһы берәүҙәре, һынауҙар аша үтеп, таҙарынып һәм сафланып, ахыр заманаларға тиклем ҡыҫырыҡлауҙар ҡорбаны булыр, сөнки ахыр сәғәте етмәгән әле.


Аҡыл эйәләре, ал таң нуры, Хаҡ юлға әйҙәүселәр, йондоҙҙай, Мәңгелеккә, ғүмер баҡый балҡыр.


Әфраим әйтер: „Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“ Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын: „Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын. Һинең бөтә емештәрең Минән“».


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, «Улар – Минең халҡым», – тиермен. Улар иһә: «Раббы – минең Аллам!» – тип әйтер.


Ул көмөш иретеп таҙартыусы һымаҡ булыр: Леви улдарын иретеп, Алтын һәм көмөш кеүек таҙартыр. Шунан улар Раббыға тоғролоҡ менән Хәйер-саҙаҡалар бирә башлар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan