23 Килешеү төҙөшөп, ул мәкер ҡылыр. Кешеһе уның аҙ булыр, ләкин ул көс йыйыр.
Яҡуптың улдары, һеңлеләре Динәне мәсхәрә иткән Шәхәмгә һәм уның атаһы Хаморға хәйлә менән яуап бирҙе.
Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкәлеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.
Яман әҙәмдең ҡаҙанышы – алдатҡыс, игелек иккәндең әжере ышаныслы.
Уның алдында ғәскәрҙәр, килешеү башлығы менән бергә, туфан кеүек, йыуып алып кителер һәм ҡыйратылыр.
Көтмәгәндә өлкәнең иң уңдырышлы ерҙәренә барып сығыр һәм ата-бабалары ҡылмағанды ҡыла башлар. Ул талап алған табышты, байлыҡты бүлергә тотонор, нығытмаларға ҡаршы фетнә ҡорор, әммә был хәл оҙаҡ дауам итмәҫ.
Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡорлоҡ емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.
Хәйләкәрлеге арҡаһында, Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаны, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.