9 Уның тауышын ишеткәйнем, аңымды юғалтып, йөҙтүбән ергә йығылғанмын.
Ҡояш байып барғанда Ибрамды тәрән йоҡо баҫа башланы, уны ҡурҡыу һәм ҡараңғылыҡ солғап алды.
Шунда Раббы Алла кешене тәрән йоҡоға талдырҙы. Ул йоҡлап киткәс, бер ҡабырғаһын алып, урынын ит менән ҡапланы.
Үҙем йоҡлаһам да йөрәк уяу… Ана, минең йән һөйгәнем шаҡый: «Ас миңә, һылыуым, һөйгән йәрем, Күгәрсенем минең, гүзәлем! Башым сыланды төнгө ысыҡҡа, Тамсыларҙан сәсем дымланды».
Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин ауыҙымды асып алдымда торған затҡа: – Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды.
Ул миңә был һүҙҙәрҙе әйткәндә, мин аңымды юйып йөҙтүбән ерҙә ята инем. Ул, миңә ҡағылып, аяғыма баҫтырҙы ла:
Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне, Тауышыңдан ирен дерелдәне, Һөйәктәрем иреп төштө, Тубыҡтарым ҡалтыраны. Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө Мин сабыр ғына көтөрмөн.