Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 10:6 - Башкирский ВЗ (неполный)

6 Уның тәне һары яҡуттай, йөҙө – ялтыраған ялағайҙай, күҙҙәре – уттай балҡып, емелдәп тора, аяҡ-ҡулдары – ялтыратылған баҡыр шикелле, тауышы күмәк кеше шаулағандай.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Уның тәне – һары яҡуттай, йөҙө – ялтыраған ялағайҙай, күҙҙәре – уттай балҡып, емелдәп тора, аяҡ-ҡулдары – ялтыратылған баҡыр шикелле, тауышы – күмәк кеше шаулағандай.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 10:6
18 Iomraidhean Croise  

дүртенсе рәттә һары яҡут, оникс һәм йәшмә булыр. Уларҙың бөтәһен дә алтын тирәсәгә урынлаштыр.


Беләктәре аҫылташтар теҙелгән алтындай. Тәне зәңгәр яҡуттар менән биҙәлгән Фил һөйәге һымаҡ ҡатҡыл, шыма.


Был мәхлүктәр йәшен йәшнәгән кеүек тегендә-бында етеҙ хәрәкәт итә.


Тәгәрмәстәрҙең күренеше һәм төҙөлөшө былай: улар һары яҡут һымаҡ ялтырап тора һәм дүртеһе лә бер төрлө. Төҙөлөштәре менән бер-береһенең эсенә индерелгән ике тәгәрмәс кеүек ине.


Йән эйәләре хәрәкәт иткәндә ҡанаттарының тауышын ишеттем. Ул ташҡын һыуҙарҙың шаулауы, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тауышы, оло ғәскәрҙең ҡаты шау-шыуына оҡшағайны. Туҡтаған саҡта, улар ҡанаттарын һәлендерә ине.


Аяҡтары төҙ, аяҡ баштары башмаҡ тояғы һымаҡ. Улар ялтыратылған баҡыр кеүек йылҡылдап тора.


Ҡараһам, кирубтар янында дүрт тәгәрмәс күрҙем, һәр кирубҡа – берәр тәгәрмәс. Тәгәрмәстәр һары яҡут һымаҡ ялтырап тора.


Алла мине шунда алып килде. Унда баҡыр һымаҡ ялтырап торған бер кеше күрҙем. Ул ҡулына етен бау менән ҡамыштан яһалған үлсәү таяғы тотоп ҡапҡа төбөндә тора ине.


Ҡараһам, кешегә оҡшаған берәүҙе күрҙем. Ҡиәфәте: билдән түбән яғы ут һымаҡ, билдән юғары өлөшө ялҡынланып-ялтырап торған алтын һымаҡ ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan