2 Ул мәлгә мин, Даниил, өс аҙна инде ҙур ҡайғы кисерә инем.
Эй Алла, үҙ ҡолағыбыҙ менән ишеттек беҙ, Ата-бабаларыбыҙ бәйән итте Улар дәүерендә, әүәл замандарҙа Һин эшләгән бөтә ғәмәлдәрҙе.
Йәрүсәлим менән бергә һөйөнөгөҙ, Эй уны яратҡандар, барығыҙ ҙа уның өсөн шатланығыҙ. Йәрүсәлим өсөн йәш түккәндәр, Уның менән бергә ҡыуанығыҙ.
Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!
Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. –