Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 10:19 - Башкирский ВЗ (неполный)

19 Ул: – Эй Алланың һөйөклөһө, ҡурҡма! Тыныслан! Ҡыйыу бул, ҡыйыу бул! – тине. Ул ошо һүҙҙәрен әйткәндә миңә хәл керҙе. Мин: – Хакимым, һин миңә көс бирҙең, инде һөйлә, – тинем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

19 Ул: – Эй Алланың һөйөклөһө, ҡурҡма! Тыныслан! Ҡыйыу бул, ҡыйыу бул! – тине. Ул ошо һүҙҙәрен әйткәндә миңә хәл керҙе. Мин: – Хакимым, һин миңә көс бирҙең, инде һөйлә, – тинем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 10:19
29 Iomraidhean Croise  

Йөрөйөммө, ял итәмме – ваҡ иләктән үткәрәһең, Һәр бер ғәмәлемә хәбәрең бар.


Ҡурҡаҡ йөрәклеләргә әйтегеҙ: «Ҡыйыу булығыҙ, ҡурҡмағыҙ! Бына һеҙҙең Аллағыҙ, Үс алыр, ҡон ҡайтарыр өсөн килә. Килер ҙә һеҙҙе ҡотҡарыр».


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең ҡотҡарыусыңмын.


Теге кешегә оҡшаған зат миңә йәнә ҡағылып көс бирҙе.


Һин доға ҡыла башлау менән, һиңә яуап бирелде, һәм мин уны һиңә еткерер өсөн килдем, сөнки һин – Алланың һөйөклөһө. Һин был хәбәрҙе аңла һәм күренмештең асылына төшөн.


Ләкин рухыңды нығыт, Зеруббавел, – ти Раббы, – рухыңды нығыт, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ, рухыңды нығыт, был илдең бар халҡы, – тип белдерә Раббы. – Мин һеҙҙең менән, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шуға ла эшләгеҙ.


Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!»


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамын төҙөр өсөн уның нигеҙе һалынған көндә унда пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен ишеткәндәр, ҡулығыҙға ҡеүәт өҫтәлһен!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan