Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 10:12 - Башкирский ВЗ (неполный)

12 Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 10:12
26 Iomraidhean Croise  

Ҡурҡаҡ йөрәклеләргә әйтегеҙ: «Ҡыйыу булығыҙ, ҡурҡмағыҙ! Бына һеҙҙең Аллағыҙ, Үс алыр, ҡон ҡайтарыр өсөн килә. Килер ҙә һеҙҙе ҡотҡарыр».


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең ҡотҡарыусыңмын.


Ул саҡта Раббыға өндәшерһең – Ул һиңә яуап ҡайтарыр; Ярҙам һорап саҡырырһың, Ул: „Мин бындамын“, – тип әйтер. Башҡаларға кейҙергән ҡалыпты емереп ташлаһаң,, Бармаҡ төртөп яла яғыуҙан туҡтаһаң;


Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен, Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен.


Ул миңә: – Даниил, Алланың һөйөклөһө! Мин әйткәнде төшөнөргә тырыш. Тор, мин һинең яныңа ебәрелдем, – тине. Ул миңә шулай тине лә мин ҡалтырана-ҡалтырана аяғыма баҫтым.


Ул: – Эй Алланың һөйөклөһө, ҡурҡма! Тыныслан! Ҡыйыу бул, ҡыйыу бул! – тине. Ул ошо һүҙҙәрен әйткәндә миңә хәл керҙе. Мин: – Хакимым, һин миңә көс бирҙең, инде һөйлә, – тинем.


Бына былар һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: етенсе айҙың унынсы көнөндә бөтә нәмәнән дә тыйылығыҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәктәр ҙә бер нәмә лә эшләмәгеҙ,


Был – һеҙҙең өсөн махсус ял көнө. Үҙегеҙҙе бөтә нәмәнән дә тыйығыҙ. Был – мәңгелек ҡағиҙә.


Етенсе айҙың унынсы көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Нәфсегеҙҙе тыйығыҙ, көндәлек эштәрҙе башҡармағыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan